+8 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
5 Июля 2022, 09:14

Коронавирусҡа ҡаршы дөйөм иммунитет кәмегән

Башҡортостанда коронавирусҡа ҡаршы коллектив иммунитет 20,7 процент тәшкил итә. Был – бик хәүефле хәл. Республика Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Анна Казак шулай тип белдерҙе.

Добавить в предпочтительные источники Google
Коронавирусҡа ҡаршы дөйөм иммунитет кәмегәнКоронавирусҡа ҡаршы дөйөм иммунитет кәмегән
Коронавирусҡа ҡаршы дөйөм иммунитет кәмегән

Башҡортостанда коронавирусҡа ҡаршы коллектив иммунитет 20,7 процент тәшкил итә. Был – бик хәүефле хәл. Республика Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Анна Казак шулай тип белдерҙе.

Ул сирҙең көҙгө эпидемиологик күтәрелешенә ике генә ай ҡалыуын билдәләне. “Европа илдәрендә ковид, шул иҫәптән уның ауыр үтеүсе штамдары менән сирләүселәр арта башланы ла инде”, – тине Анна Казак.

Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин һуңғы 30 көндә Башҡортостанда ковид менән сирләү 33 процентҡа кәмеүен әйтеп үтте.

Республикала коронавирусҡа ҡаршы прививка эшләтергә тейешле халыҡтың 116,9 проценты вакцинаның беренсе компонентын ҡаҙатҡан, икеһен дә яһатыусылар – 109,5 процент. Ревакцинация үтеүселәр – 637 698.

“Фото “Башинформ”дан алынды.

 

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас