+12 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
5 Июля 2022, 03:45

Бәйләнештәр нығый

Екатеринбургта барған “Иннопром-2022” халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһе майҙансығында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Төркиә Республикаһының сәнәғәт һәм технологиялар министры урынбаҫары Хәсән Бюйюкдеде менән осрашты.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бәйләнештәр нығыйБәйләнештәр нығый
Бәйләнештәр нығый

Екатеринбургта барған “Иннопром-2022” халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһе майҙансығында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Төркиә Республикаһының сәнәғәт һәм технологиялар министры урынбаҫары Хәсән Бюйюкдеде менән осрашты.

Һөйләшеүҙең көн тәртибенә халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте киңәйтеү һәм берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләре сығарылды .

Башҡортостан Башлығы Төркиә менән иҡтисади бәйләнештәрҙең электән килеүен һәм республикала эшләгән предприятиелар һанының артыуын билдәләп үтте. Быйыл 4 июндә үткән “Урал аръяғы” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы Төркиәнең Sanica Pipe компанияһы менән “Өфө” индустриаль паркында инвестиция проектын тормошҡа ашырыу буйынса ниәттәр тураһында килешеү төҙөнө. Инвестор унда пластик торбалар етештереүҙе яйға һаласаҡ. Компания шулай уҡ “Алға” махсус иҡтисади зонаһында ла ҡаҙандар һәм йылылыҡ батареялары сығарыуҙы ойоштормаҡсы. Был эштәрҙе башҡарыуға 2,3 миллиард һум аҡса йүнәлтеү, һөҙөмтәлә 255 эш урыны булдырыу планлаштырыла.

Республика Башлығы, хеҙмәттәшлекте киңәйтеү өсөн Анкарала һәм Истанбулда Башҡортостан Конгресс-бюроһы вәкиллектәрен астыҡ, быйыл сентябрҙә Башҡортостан делегацияһы Төркиәгә бара, тип белдерҙе.

Хәсән Бюйюкдеде әфәнде үҙ сиратында, төрөк компанияларының Рәсәйҙә уңышлы эшләүенә шатбыҙ, тине һәм Төркиә эшҡыуарҙарына иғтибар өсөн рәхмәтле булыуын әйтте.

Автор:
Читайте нас