+9 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
5 Июля 2022, 08:49

Ауыл хужалығы техникаһы яңыртыла

Беренсе яртыйыллыҡта республика аграрийҙары 1560 берәмек яңы техника һатып алған. Билдәле булыуынса, Башҡортостанда ауыл хужалығы техникаһын яңыртыу программаһы эшләп килә. Уға ярашлы һатып алынған техниканың ярты сығымын  субсидия ҡаплай.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ауыл хужалығы техникаһы яңыртылаАуыл хужалығы техникаһы яңыртыла
Ауыл хужалығы техникаһы яңыртыла

Беренсе яртыйыллыҡта республика аграрийҙары 1560 берәмек яңы техника һатып алған. Билдәле булыуынса, Башҡортостанда ауыл хужалығы техникаһын яңыртыу программаһы эшләп килә. Уға ярашлы һатып алынған техниканың ярты сығымын  субсидия ҡаплай.

 Һуңғы йылдарҙа ауыл хужалығы техникаһын яңыртыуға алынған курс һис шикһеҙ үҙен аҡланы, тигән Башҡортостан хөкүмәте премьер- министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Фәйзрахманов. Министр билдәләүенсә, 2019- 2021 йылдарҙа хужалыҡтар 10 мең берәмектән ашыу техника һатып алған.

  • Техниканы йылдан- йылы модернизациялауға бәйле, аграрийҙар һауа торошоноң үҙгәреүенә бирешмәй. Улар баҫыу эштәрен ҡыҫҡа агротехник шарттарҙа алып бара ала, - тине тармаҡ етәксеһе.

Әле республикала мал аҙығы әҙерләү бара. 4 июль мәғлүмәттәре буйынса, хужалыҡтар 191 мең гектарҙа күп йыллыҡ үләндәр сапҡан, 110 мең тонна бесән, 521 мең тонна сенаж,  мең тоннала силус әҙерләгән. Йыш ямғырҙар яуып тороуға ҡарамаҫтан, яңы техникаларҙа эш йылдам бара. Баҫыуҙарға 800 комбайн эшләй. Уның 18 техника быйыл һатып алынған.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас