

Яңыраҡ юғары мода донъяһы Пьер Кардендың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы матурлыҡ бәйгеһе ойошторҙо.
XX быуаттың танылған модельеры иҫтәлегенә арнап ойошторолған халыҡ-ара матурлыҡ конкурсында Өфөнән 10 йәшлек Регина Хужина ҡатнашып, "Ер шары йәш мисы" титулына һәм Пьер Кардендың алтын миҙалына лайыҡ булды. Әлеге миҙал модалағы асыштар һәм матурлыҡ индустрияһындағы юғары ҡаҙаныштар өсөн тапшырыла. Ваҡытында Вячеслав Зайцев, Александр Васильев, Филип Киркоровтың атаһы - Рәсәйҙең халыҡ артисы Бедрос Киркоров кеүек билдәле шәхестәр һәм башҡа титуллы ҡатнашыусылар ошондай миҙал яулауы хаҡында мәғлүм.
Яҡташыбыҙ - Регина Хужина баш ҡа лабыҙҙың Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында белем ала. Шул уҡ ваҡытта балалар студияһында шөғөлләнә.
Бер йыл эсендә маҡсатлы ҡыҙ 11 матурлыҡ бәйгеһендә еңеүгә өлгәшкән, күп төрлө музыкаль, социаль, мода проекттарында ла ҡатнаша. Уға уңыштар һәм еңеүҙәренең мәфәғәтен күреүен теләйбеҙ!
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.