0 °С
Облачно


Йәй – иң әүҙем ял миҙгеле. Әбйәлил был йәһәттән күптәрҙе үҙенең көмөштәй һыулы Яҡтыкүле, тау-урманы менән ылыҡтыра.
Июнь аҙағында Өфөнән Асҡарға пассажир автобусы йөрөй башлауы ул тарафтарға сәфәрҙе район халҡына ла, туристарға күпкә еңеләйтте. Автобус дүшәмбе, шаршамбы, йома, шәмбе һәм йәкшәмбе көндәрендә Көньяҡ автовокзалдан - көндөҙгө 4 сәғәт 20 минутта, Асҡарҙан иртәнге 7-лә ҡуҙғала.