+10 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
4 Июля 2022, 04:55

Эшҡыуарҙар өсөн ярҙам – каталог

Башҡортостанда бизнес өсөн көрсөккә ҡаршы digital-саралар каталогы асылды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Эшҡыуарҙар өсөн ярҙам – каталогЭшҡыуарҙар өсөн ярҙам – каталог
Эшҡыуарҙар өсөн ярҙам – каталог

Башҡортостанда бизнес өсөн көрсөккә ҡаршы digital-саралар каталогы асылды.

 

Республиканың алдынғы digital-компаниялары бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам өсөн көрсөккә ҡаршы һанлаштырылған маркетинг, веб-саралар, сайтты алға сығарыу, һатыуҙы ойоштороу мәсьәләләре буйынса түләүһеҙ консультациялары булған һанлы саралар каталогы булдырҙы. Каталог логотипты яңыртыу, яңы проект йәки бизнес өсөн атама табыу, реклама яһау һәм социаль селтәрҙәрҙә эшләү, һатыу бүлеге эшен оптималләштереү йәки булдырыу кеүек мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ышаныслы башҡарыусы эҙләү өсөн эшләнгән.

Әле ресурс Өфөнөң биш IT-компанияһын берләштерә, улар алты йүнәлеш буйынса ярҙам күрһәтә ала.

Көрсөккә ҡаршы digital-саралар каталогын ошо һылтанма буйынса ҡарарға була: https://sota-ufa.ru/.

Фото һәм сығанаҡ – Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас