+9 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
1 Июля 2022, 03:50

Рәсәйҙең Үҙәк банкы яңы 100 һумлыҡ аҡса сығарған

Кисә Рәсәйҙә 100 һумлыҡ яңы аҡса әйләнешкә индерелде. Уның дизайны яңы, 200 һумлыҡ купюра кеүек көсәйтелгән һаҡлағыс комплексы бар.

Добавить в предпочтительные источники Google
Рәсәйҙең Үҙәк банкы яңы 100 һумлыҡ аҡса сығарғанРәсәйҙең Үҙәк банкы яңы 100 һумлыҡ аҡса сығарған
Рәсәйҙең Үҙәк банкы яңы 100 һумлыҡ аҡса сығарған

30 июндә Рәсәйҙә 100 һумлыҡ яңы аҡса әйләнешкә индерелде. Уның дизайны яңы, 200 һумлыҡ купюра кеүек көсәйтелгән һаҡлағыс комплексы бар.

Бер яғында — Мәскәү Кремленең Спас башняһы, икенсе яғында Совет Һалдатына ҡуйылған Ржев мемориалы төшөрөлгән.

Банкнота зәйтүн-ҡыҙғылт һары төҫтә, махсус QR-коды ла бар, уның аша Рәсәй банкының сайтына инергә мөмкин.

Үҙәк банкта белдереүҙәренсә, яңы аҡсалар әйләнешкә яйлап индерелә.

Сығанаҡ: https://www.bashinform.ru/news/social/2022-06-30/tsentrobank-rossii-predstavil-novuyu-100-rublevuyu-banknotu-2859131

Автор:
Читайте нас