+5 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
1 Июля 2022, 04:11

Мәскәү ҡалаһында Һабантуй үтәсәк

Иртәгә Мәскәү ҡалаһының “Коломенское” музей заповеднигы биләмәһендә уҙасаҡ Һабантуйҙа Башҡортостан сәнғәт оҫталары, башҡорт эстрадаһының билдәле йырсылары, ижади коллективтар ҡатнашасаҡ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Мәскәү ҡалаһында Һабантуй үтәсәкМәскәү ҡалаһында Һабантуй үтәсәк
Мәскәү ҡалаһында Һабантуй үтәсәк

Сарала тирмәләр менән “Башҡорт милли биҙәге” фольклор ауылы урын аласаҡ. Башҡортостанды быйыл Ишембай һәм Ҡырмыҫҡалы райондары күрһәтә.

Ҡунаҡтар боронғо башҡорт тирмәһенең йыһаздары һәм башҡорттарҙың тарихы менән танышасаҡ. Унда төрлө йыһаздар, көнкүреш әйберҙәре, халыҡ кәсептәре, башҡорт кейеме, милли аш-һыуы тәҡдим ителәсәк. Солоҡсолоҡ, тимерселек эше, башҡорт биҙәүестәрен яһау, декоратив сәнғәт өлгөләре күрһәтелгән интерактив майҙансыҡтар ҙа эшләйәсәк. Шулай уҡ Мәскәү һабантуйында беренсе тапҡыр "Бәйге“ башҡорт күп йүнәлешле көрәш буйынса ярыштар булыуы көтөлә.

Мәскәү һабантуйында Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре дәүләт академия ансамбле, “Дәрүишхан” төркөмө, “Хазина” этно-проекты, “Бишбармаҡ” оркестры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артистары Рөстәм Шаһыбалов, Дияна Ишниязова, Азат Биксурин (ҡурай), Халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаттары Алмас һәм Рәфис Сирусиндар, Зилиә Бәхтиева, Тимур Рамазанов, Салауат Мөхәмәдйәров, Марат Фәйзуллин, Гөлшат Ғирфанова кеүек йондоҙҙарыбыҙ сығыш яһаясаҡ. Сараның маҡсаты  – башҡорт мәҙәниәтен, халыҡ йолаларын һаҡлау, мәҙәниәт өлкәһендә хеҙмәттәшлекте нығытыу.

 Йыл һайын Мәскәүҙә уҙғарылған Һабантуй үҙ сиктәрен киңәйтә, сараны ҡарарға теләүселәр һаны ла арта, ул – ғаилә байрамына әйләнгән Мәскәүҙәге күләмле һәм күркәм байрамдарҙың береһе, ғәҙәттә 250 меңдән ашыу кеше йыйыла. 

Һабантуй иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана. Байрамдың ойошторолған урыны: Мәскәү, Андропов проспекты, 39-сы йорт, “Коломенское” метроһы станцияһы.

Фото: "Башинформ"дан.

 

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас