+24 °С
Дождь
Һуңғы яңылыҡтар
1 Июля 2022, 04:00

Баш ҡалала Ҡорбан байрамында дини йолалар алыҫта урынлашҡан майҙансыҡтарҙа башҡарыла

Мосолмандарҙың изге байрамы – Ҡорбан ғәйете яҡынлаша. Өфөлә ҡорбан салыу йолалары ҡаланан ситтә: Зинин ҡасабаһы янында («Карауан» сауҙа үҙәге алдындағы майҙанда), шулай уҡ Төньяҡ автовокзал биләмәһендә ойошторола.

Баш ҡалала Ҡорбан байрамында дини йолалар алыҫта урынлашҡан майҙансыҡтарҙа башҡарылаБаш ҡалала Ҡорбан байрамында дини йолалар алыҫта урынлашҡан майҙансыҡтарҙа башҡарыла
Баш ҡалала Ҡорбан байрамында дини йолалар алыҫта урынлашҡан майҙансыҡтарҙа башҡарыла

Мосолмандарҙың изге байрамы – Ҡорбан ғәйете яҡынлаша. Өфөлә ҡорбан салыу йолалары ҡаланан ситтә: Зинин ҡасабаһы янында («Карауан» сауҙа үҙәге алдындағы майҙанда), шулай уҡ Төньяҡ автовокзал биләмәһендә ойошторола.

Бөгөн майҙансыҡтарҙың береһендә Өфө хакимиәте ҡарамағындағы дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре һәм дини ойошмалар менән эш итеү мәсьәләләре буйынса комиссияның күсмә кәңәшмәһе уҙҙы.

Сарала ҡатнашыусылар байрамға әҙерлекте һәм уны үткәреү мәсьәләләрен тикшерҙе. Атап әйткәндә, ветеринария күҙәтеүе, йәмәғәт һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, саралар үткәреү майҙансыҡтарын әҙерләү.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Ҡорбан байрамы — мосолмандарҙың ике төп  байрамының береһе, 2022 йылда уны 9 июлдә билдәләйҙәр. Йола буйынса, ҡорбан итеп һарыҡ, дөйә йәки һыйырҙы килтерергә була. Шуны аңлау мөһим: ҡорбанға салынған мал тәү сиратта хәйер биреү, яҡындарҙы һәм дуҫтарҙы һыйлау өсөн тәғәйенләнгән.

Сығанаҡ: https://www.bashinform.ru/news/social/2022-06-30/religioznye-obryady-na-prazdnik-kurban-bayram-v-ufe-budut-sovershatsya-na-udalennyh-ploschadkah-2858974

Автор:
Читайте нас