

Кисә иртән медицина университетына юл төшкәйне. Тик Пушкин урамын ЮХХДИ инспекторҙары япҡан булып сыҡты. Аҙаҡтан асыҡланыуынса, уның сәбәбе Пушкин менән Карл Маркс урамдары киҫелешендәге ҡот осҡос авария булған икән.
Башҡортостан буйынса ЮХХДИ начальнигы Владимир Севастьянов хәбәр итеүенсә, “Ford Transit”, "Subaru Forester" пассажирҙар автобустары һәм “Audi A4” еңел машина бәрелешкән.
Микроавтобус светофорҙа торған өс йәйәүлегә һуғыла, улар араһында 11 йәшлек ҡыҙ ҙа була. "Audi" водителе һәм уның пассажирҙары йәрәхәтләнә, шулай уҡ автобус водителе лә дауаханаға оҙатыла. Бәхетле осраҡ арҡаһында ғына автобуста пассажирҙар булмай. Ике кеше, шул иҫәптән 11 йәшлек ҡыҙҙың хәлен табиптар ауыр тип баһалаған, тағы ике кешенең хәле уртаса ауырлыҡта. Йәрәхәтләнгән башҡа кешеләргә ваҡиға урынында ярҙам күрһәтелгән.