+6 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
30 Июня 2022, 03:25

Нәзифә Ҡадироваға Өфө ҡалаһының почетлы гражданы исеме бирелде

БАССР-ҙың - халыҡ, Рәсәйҙең һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Нәзифә Ҡадироваға “Өфө ҡалаһының почетлы гражданы” исеме бирелде.

Добавить в предпочтительные источники Google
Нәзифә Ҡадироваға Өфө ҡалаһының почетлы гражданы исеме бирелдеНәзифә Ҡадироваға Өфө ҡалаһының почетлы гражданы исеме бирелде
Нәзифә Ҡадироваға Өфө ҡалаһының почетлы гражданы исеме бирелде

БАССР-ҙың - халыҡ, Рәсәйҙең һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Нәзифә Ҡадироваға “Өфө ҡалаһының почетлы гражданы” исеме бирелде.

Нәзифә Жәүәт ҡыҙы Ҡадирова  1954 йылдың 13 Учалы районы  Ахун ауылында тыуған.

Мәктәптә уҡығанда уҡ йырлай башлай. 1971 йылда Өфө сәнғәт училищеһын тамамлағас, Башҡорт дәүләт филармонияһының эстрада төркөмөнә эшкә килә.

Башҡорт сәхнәһендә беренсе аҙымынан уҡ үҙ тамашасыһын таба. Бәхти Ғайсин, Ридик Фәсхетдинов, Азат Айытҡоловтар менән эшләй. Лирик һәм эстрада, башҡорт һәм татар халыҡ йырҙарын башҡара.

Нәзифә Ҡадироваға Рим Хәсәновтың «Мандолина» йырынан һүң киң танылыу килә. Был йыр менән ул 1979 йылда «Ғүмергә йыр менән» (урыҫса «С песней по жизни») Бөтә Союз телевизион конкурсында сығыш яһай. Йәш йырсы тыңлаусыларҙы үҙенең моңло һәм бай тембрлы тауышы, сағыу гүзәл ҡиәфәте менән арбай.

Алдағы йылда ул «Совет йырҙарын башҡарыусыларҙың Бөтә Союз конкурсы» «Сочи-80»-дә тағы ла уңыш яулай, бәйге дипломына лайыҡ була.

Нәзифә Ҡадирова Польша, Монголия, Германия, Дания, Һиндостан, Шри-Ланка, Италия, Швеция, Австрия һәм башҡа сит илдәр тамашасыһының алҡыштарына лайыҡ була. Ә Төркиәлә 1993 йылда үткән фестивалдә «Алтын банан» премияһын яулай.

Юғары башҡарыу оҫталығы өсөн Нәзифә Ҡадироваға 1987 йылда «Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы» тигән юғары исем бирелә, 1994 йылда ул Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була.

2005 йылда йырсыға «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исем бирелә. Ул шулай уҡ Татарстан Республикаһының да атҡаҙанған артисы (1996).

2014 йылда сәхнә оҫтаһы Башҡортостан Республикаһының «Халыҡтар дуҫлығы» ордены менән наградланды.

Автор:
Читайте нас