

Ғафури районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә 12 йәшлек малайҙың батырлығы тураһында яҙа.
Уның һүҙҙәренсә, Радмир Хөснөтдинов уҙған шәмбелә Тоҙйылғала (Көгөш) ике кешенең ғүмерен ҡотҡарған.
«Икенсе класты тамамлаған малай бата башлаған. Атай кеше улын үҙаллы сығара алмаған. Ошо тирәлә йөрөгән Радмир уларҙы күреп ҡалмаһа, был хәл фажиғә менән тамамланыр ине. Бер минут та уйлап тормайынса, ата менән улға ярҙамға ташланған һәм ҡотҡарыу түңәрәге менән уларҙы һыуҙан тартып сығарған. Малай ысын ир-егеттәрсә эш иткән. Уның ярҙамы баһалап бөткөһөҙ. Ҡаһарманлығы өсөн рәхмәт! Улдарында ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ кеүек сифаттар тәрбиәләгән ата-әсәгә айырыуса рәхмәт әйткем килә», — тип яҙа район башлығы йәш батырҙың тәүәккәл аҙымы тураһында.