

Башҡортостан хөкүмәте премьер- министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов “Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһындағы” республика законын тормошҡа ашырыу маҡсатында хөкүмәт эргәһендәге терминология комиссияһы ағзаларына танытмалар тапшырҙы.
Ошо уңайҙан үткәрелгән ултырышта билдәләнеүенсә, терминология хеҙмәтенең эше бик мөһим. Уның эшмәкәрлеге дәүләт телдәренең береһе- башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү, терминология һәм әҙәби башҡорт теленең терминдарын дөрөҫ яҙыуҙа ғәйәт ҙур роль уйнай.
Ошо талаптарға бәйле терминология комиссияһының һәр ағзаһына танытмалар эшләнде. Йәмәғәт ойошмаһы алдында эште республика мәғариф һәм фән министрлығы менән берлектәге алып барыу бурысы ҡуйылды.