-2 °С
Ясно


“Сәләмәт йылмайыу” модуле, “Ҡанатлан” белем биреү проекты сиктәрендә мәктәптәрҙә 68 стоматология кабинеттары асылған. Был хаҡта үҙенең сәхифәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яҙған.
Республика етәксеһенең билдәләүенсә, кабинеттарҙың барыһы ла лицензияланған, балалар стоматологияһы талаптарынан сығып, заманса дауалау комплекстары менән йыһазландырылған.