+9 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
28 Июня 2022, 05:44

Республика уҡыусыларын боксҡа өйрәтә башлайҙар

Яңы уҡыу йылынан Башҡортостанда “Мәктәптәргә – бокс” проекты индерелә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Республика уҡыусыларын боксҡа өйрәтә башлайҙарРеспублика уҡыусыларын боксҡа өйрәтә башлайҙар
Республика уҡыусыларын боксҡа өйрәтә башлайҙар

Яңы уҡыу йылынан Башҡортостанда “Мәктәптәргә – бокс” проекты индерелә. Был хаҡта Башҡортостан хөкүмәтенең Республикаға идара итеү үҙәгендә уҙған оператив кәңәшмәһендә спорт министры Руслан Хәбибов белдерҙе. “25 июндә – Бөтә донъя олимпия көнөндә Башҡортостан Хөкүмәте һәм Рәсәйҙең Бокс федерацияһы араһында республикабыҙҙа боксты үҫтереү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды”, – тип билдәләне ул.

Өфө, Күмертау, Октябрьский, Стәрлетамаҡ ҡалалары, Белорет һәм Стәрлетамаҡ райондары һынау режимында “Мәктәптәргә – бокс” программаһын ғәмәлгә ашыра башлай, тине Руслан Хәбибов.

Сығанаҡ: “Башинформ”.

Автор:
Читайте нас