+9 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
27 Июня 2022, 08:48

Һуңғы айҙа ковид менән сирләү 30 процентҡа кәмегән

Башҡортостан һуңғы айҙа коронавирус инфекцияһы менән сирләү 30 процентҡа аҙайған. Был турала Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Һуңғы айҙа ковид менән сирләү 30 процентҡа кәмегәнҺуңғы айҙа ковид менән сирләү 30 процентҡа кәмегән
Һуңғы айҙа ковид менән сирләү 30 процентҡа кәмегән

Башҡортостан һуңғы айҙа коронавирус инфекцияһы менән сирләү 30 процентҡа аҙайған. Был турала Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итте.

27 июнгә ҡарата республикала ковид йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 290 266-ға еткән. Аҙаҡҡы тәүлектә инфекция 50 ауырыуҙа асыҡланған. Әле стационарҙарҙа – 130, амбулатор шарттарҙа 370 сырхау дауалана.

Ковидҡа ҡаршы вакцинаның беренсе компонентын 2 883 804 яҡташыбыҙ, йәғни прививка яһатырға тейешле халыҡтың 116 проценты яһатҡан, икенсе компонентын да ҡаҙатыусылар – 2 684 699 (108,1 процент). Ревакцинация үтеүселәр – 624 395.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас