+2 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
27 Июня 2022, 07:47

“Хәйҙәршиндар – күптәребеҙ өсөн өлгө”

Балтас районы Иҫке Балтас ауылында йәшәүсе Хәйҙәршиндар ғаиләһе – республикала иң күп балалы ғаиләләрҙең береһе. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был күркәм ғаилә тураһында социаль селтәрҙә #ҺоҡланғысКешеләрТормошо_Башҡортостан #ЖЗЛ_Башкортостан рубрикаһында һөйләй.

Добавить в предпочтительные источники Google
“Хәйҙәршиндар – күптәребеҙ өсөн өлгө”“Хәйҙәршиндар – күптәребеҙ өсөн өлгө”
“Хәйҙәршиндар – күптәребеҙ өсөн өлгө”

Балтас районы Иҫке Балтас ауылында йәшәүсе Хәйҙәршиндар ғаиләһе – республикала иң күп балалы ғаиләләрҙең береһе. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был күркәм ғаилә тураһында социаль селтәрҙә #ҺоҡланғысКешеләрТормошо_Башҡортостан #ЖЗЛ_Башкортостан рубрикаһында һөйләй.

“Ҙур ғаилә династияһына нигеҙ һалыусы Альбина һәм Венер Хәйҙәршиндар 13 балаға ғүмер бүләк иткән. Улар ике тапҡыр өләсәй һәм олатай булып өлгөргән.

Өлкән балалары инде айырым йәшәй. Оло ҡыҙҙары Элитаға 27 йәш тулған, ул ғаиләһе менән Бөрө ҡалаһында төпләнгән. Улдары Артур – беҙҙең аграр университетты тамамлаған, атаһы менән Өфөлә төҙөлөш ойошмаһында эшләй. Альмир Өфө дәүләт нефть техник университеты дипломын алған, әле армияла хеҙмәт итә. Ә Айгизде балтастар мәктәп йылдарынан шәп йырсы тип белә, Өфө сәнғәт училищеһы студенты үҙенең педагогтарын ижади еңеүҙәре менән шатландыра. Ул да, туғаны Айназ да гер спортында яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән. Айназ автотранспорт техникумында белем ала.

Бәләкәстәр – Айзилә, Нурсилә, Инзилә, Айнур, Айгүзәл мәктәптә уҡый. Наҙгөл менән Ислам балалар баҡсаһына йөрөй, ә иң кеселәре Байрасҡа әле ике генә ай.

Альбина менән Венерҙың ҙур ҡаҙанышы – һәр балаһына яҡшы тәрбиә һәм белем биреүҙәрендә. Балалар төрлө секцияларға йөрөй. Үҙҙәре дуҫ та, берҙәм дә. Ғаиләлә матур традициялар һаҡлана.

Хәйҙәршиндарҙың күп балалы ғаиләһе – күптәребеҙ өсөн өлгө. Ныҡлы һаулыҡ һәм именлек уларға!” – тигән теләк белдерә Радий Хәбиров яҙмаһы аҙағында.

Фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте.

 

Автор:
Читайте нас