+4 °С
Болотло


Бөгөн Өфөнән аэропорт тарихында тәүге тура рейс Каспий диңгеҙе буйында урынлашҡан курорт ҡалаһына— Ҡаҙағстандың Аҡтау ҡалаһына юлланды.
Билеттар һатылып бөткән, тип хәбәр иттеләр аэропорттың матбуғат хеҙмәтендә. Осош программаһын «Азимут» авиакомпанияһы башҡара.
Өфөнән рейстар аҙнаһына бер тапҡыр, дүшәмбе көндәрендә башҡарыла. Билеттарҙы һәм турҙарҙы «ANEX Tour» туристик операторы һата.