

"Евразия йөрәге" фестиваленең тәүге көнө “Башҡортостанда тыуғандар” программаһына бағышлан ине. Күркәм сара төрлө йылдарҙа Беренсе каналдың «Голос», «Голос. Дети» теле-шоуҙарында Башҡортостан исеменән ҡатнашҡан йәштәрҙе бер сәхнәгә йыйҙы. Улар йырҙарын Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Касимов етәкселегендәге Эстрада-джаз оркестрына ҡушылып башҡарҙы.
Мария Мирова, Илдар Абдуллин, Динә Ғарифуллина, Руслан Воротнико, Екатерина Ямщикова, Рушана Вәлиева, Марсель Сабиров һәм Наҙгөл Отузоваларҙың сығыштары тамашасыларҙың күңеленә хуш килде.
Йәш таланттарҙан һуң «ТенорА XXI века» арт-проекты һәм «Пицца» төркөмө сығыш яһаны.
Концерт программаһы "Евразия йөрәге" фестиваленең гимны һәм фейерверк менән тамамланды.
Фестивалдең икенсе көнөндә “Симфотөн” уҙҙы, унда БР Милли симфоник оркестры сығыш яһаны. 26 июндә фестиваль гала-концерт менән тамамланды, унда Башҡортостандың популяр йәш артистарының, билдәле ҡунаҡтарҙың, танылған төркөмдәрҙең сығыштарын да яратып ҡабул итте халыҡ.
Фото "Башинформ"дан алынды.