

Түләү чектарын электрон рәүештә алырға теләгән һатып алыусылар һаны арта.
Ысынлап та, карта йәки мобиль телефон ярҙамында түләгәндә ҡағыҙ чек алыу артыҡ та кеүек.
Үткән йылдың аҙағынан алып электрон чектар һаны 15 проценттан 22 процентҡа тиклем артҡан. Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, йыл башынан алып төбәктә һатып алыусыларға электрон рәүештә 145 миллиондан ашыу касса чегы ебәрелгән.
Март айында чек таҫмаларының “юғалыуы” ла күп эшҡыуарҙарҙы электрон чек биреү мөмкинлеге менән ҡулланырға этәрә.
Биш ай эсендә “Минең чектарым онлайн” (“Мои чеки онлайн”) мобиль ҡушымтаһы менән ҡулланыусылар һаны ике тапҡырға артҡан. Һатып алыусылар уның уңайлы булыуын билдәләй: чектар бер урында ята, юғалмай, төҫө уңмай, уға ҡушып ҡайһы бер ритейлерҙар электрон чекҡа күсеүселәргә төрлө бонустар тәҡдим итә. Һатыусылар өсөн был ҡиммәтле чек таҫмаларына артыҡ аҡса сарыф итмәү менән дә уңайлы.
Электрон чек һатып алыусы ризалығы менән, телефон номерын йәки электрон почтаһы адресын әйткәндә генә бирелә. Клиенттың ҡағыҙ чек алырға тулы хоҡуғы бар.
Фото Федераль һалым хеҙмәте сайтынан алынды.