+1 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
24 Июня 2022, 06:41

Башҡортостанда «Ҡайғылы әсә» скульптураһы барлыҡҡа килде

Белоретта асылған «Ҡайғылы әсә» скульптураһы ул-ҡыҙҙары һуғышта һәм ҡораллы конфликттарҙа һәләк булған әсәләргә арналған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостанда «Ҡайғылы әсә» скульптураһы барлыҡҡа килдеБашҡортостанда «Ҡайғылы әсә» скульптураһы барлыҡҡа килде
Башҡортостанда «Ҡайғылы әсә» скульптураһы барлыҡҡа килде

Белоретта асылған «Ҡайғылы әсә» скульптураһы ул-ҡыҙҙары һуғышта һәм ҡораллы конфликттарҙа һәләк булған әсәләргә арналған. Һәйкәл ҡаланың Геройҙар аллеяһы биләмәһендә Мәңгелек ут янында урынлашҡан. Уның авторҙары — скульпторҙар Сергей һәм Александр Елкиндар.

«Әсә өсөн балаһын юғалтыуҙан да тәрәнерәк ҡайғы юҡ. Уның йөрәк әрнеүен ябай һүҙҙәр менән бер нисек тә аңлатыу мөмкин түгел. Ул һис ҡасан балаһын онотмаҫ, уның өсөн, Тыуған илебеҙҙе һаҡлаған бөтә һалдаттар өсөн доға ҡылыр. Әлеге скульптура — әсәнең балаһына булған сикһеҙ һөйөүенә ихтирам билдәһе ул»,  — тип яҙған Белорет районы башлығы Андрей Иванюта социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас