

Өфөлә “Торатау” Конгресс-холында көтөп алынған байрам – “Айыҡ ауыл-2021” республика конкурсы йомғаҡтары буйынса бүләкләү тантанаһы булып үтте.
Конгресс-холл фойеһында бәйгелә ҡатнашыусылар хаҡында мәғлүмәт менән ҡыҙыҡлы күргәҙмәләр, экспозициялар ойошторолғайны. Көн дауамында “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы “Тамыр” балалар-үҫмерҙәр каналының “НЫҠ БУЛ” күсмә студияһы эшләне. Был көндә шулай уҡ балалар һәм үҫмерҙәр араһында сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау маҡсатында ойошторолған "Ныҡ бул" асыҡ медиа-конкурсының финалы уҙҙы.
Сараның пленар өлөшөндә "Айыҡ ауыл – 2021" конкурсы ҡатнашыусыларына, әүҙем ағзаларына махсус бүләктәр, ойоштороу комитетының дипломдары, Башҡортостан Республикаһының министрлыҡтары һәм ведомстволарының Рәхмәт хаттары тапшырылды, артабан төрлө майҙансыҡтар, "түңәрәк өҫтәлдәр" үҙ эшен башланы.
Ә икенсе өлөштә бәйгенең еңеүселәре бүләкләнде. “Айыҡ ауыл 201” республика конкурсының 12 еңеүсеһен 14 июндә ойоштороу комитетының йомғаҡлау ултырышында раҫлағайнылар. Положениеға ярашлы, улар халыҡ һанына ҡарап билдәләнгән номинациялар буйынса бүленде.
Шулай итеп, түбәндәгеләр "Айыҡ ауыл-2021" еңеүсеһе тип иғлан ителде:
"Эре тораҡ пункттар" номинацияһында
I урын – Бөрйән районы, Әбделмәмбәт ауылы;
II урын – Ауырғазы районы, Мораҙым ауылы;
III урын – Көйөргәҙе районы, Яҡшембәт ауылы.
"Ҙур тораҡ пункттар" номинацияһында
I урын – Тәтешле районы, Түбәнге Балтас ауылы;
II урын – Асҡын районы, Солтанбәк ауылы;
III урын – Иглин районы, Түбәнге Ләмәҙ ауылы.
"Уртаса ҙурлыҡтағы тораҡ пункттар" номинацияһында
I урын – Хәйбулла районы, Бәләкәй Арыҫланғол ауылы;
II урын – Шаран районы, Йәрәмкә ауылы;
III урын – Мәсетле районы, Яңы Мишәр ауылы.
"Бәләкәй тораҡ пункттар" номинацияһында
I урын – Йылайыр район, Сәләх ауылы;
II урын – Күгәрсен районы, Сәлих ауылы;
III урын – Стәрлетамаҡ районы, Кантүк ауылы.
Республика конкурсының бүләк фонды 40 миллион һум тәшкил итә. Алты миллион һум күләмендәге иң ҙур бүләккә "Эре тораҡ пункттар" номинацияһы еңеүсеһе лайыҡ булды. Номинацияла еңеүселәр 5, 4, һәм 3 миллион һум аҡса менән бүләкләнде – приз суммаһы ауылдың ҙурлығына ҡарап айырыла.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡарарына ярашлы, конкурстың бүләк фонды 2020 йылдан утыҙ тапҡырға – 1,4 миллион һумдан 40 миллион һумға тиклем артҡан.