+25 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Аҡ халатлыларға – лайыҡлы бүләктәр

Бөгөн, 24 июндә, Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө хөрмәтенә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров тармаҡтың иң яҡшы хеҙмәткәрҙәренә бүләктәр тапшырҙы. Был турала Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.

Аҡ халатлыларға – лайыҡлы бүләктәр
Аҡ халатлыларға – лайыҡлы бүләктәр

Бөгөн, 24 июндә, Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө хөрмәтенә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров тармаҡтың иң яҡшы хеҙмәткәрҙәренә бүләктәр тапшырҙы. Был турала Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.

Андрей Назаров Башҡортостан халҡы һаулығы һағында тороусы бөтә медицина хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотлап, фиҙакәр хеҙмәттәре өсөн ихлас рәхмәт белдерҙе. Ул йыл һайын һаулыҡ һаҡлау системаһына ҙур финанстар һалыныуы, дауаханалар, поликлиникалар төҙөлөүе, ҡорамалдар һәм транспорт һатып алыныуы тураһында ла һөйләп үтте. Мәҫәлән, әле Республика кардиология үҙәгенең хирургия корпусы, Балалар онкогематологияһы үҙәге, Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында һәм Өфөнөң Затон биҫтәһендә поликлиникалар һалына. Шулай уҡ Учалыла, Оло Усть-Икинда, Баймаҡта, Мәсәғүттә һәм Бөрөлә поликлиникалар төҙөлә. Премьер-министр быйыл финанслауҙың бөтә сығанаҡтары иҫәбенә дөйөм сығымдар күләме 106,3 миллиард һум тәшкил итәсәген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

– 2025 йылға тиклем тағы биш поликлиника төҙөү, 400-ҙән ашыу модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты, 40 табиплыҡ амбулаторияһы урынлаштырыу планлаштырыла, – тине Андрей Назаров.

Ул шулай уҡ табиптарҙың, медицина хеҙмәткәрҙәренең пандемия осорондағы ҡаһарман хеҙмәтен, әле Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында эшләүсе табип-ирекмәндәрҙең фиҙакәрлеген билдәләп үтте.

– Күп миллионлы республикабыҙ исеменән оло рәхмәт һүҙҙәрен һәм тәрән ихтирам хистәрен еткерәм. Бөгөнгө наградалар – һеҙҙең ауыр, миһырбанлы хеҙмәтегеҙҙе, юғары профессионализмығыҙҙы, кешеләр һаулығын һәм ғүмерен һаҡлауға индергән ҙур өлөшөгөҙҙө таныу ул. Һеҙҙе ихлас йөрәктән байрамығыҙ менән ҡотлайым! – тине Андрей Назаров.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры ҡулынан республикабыҙ медицина тармағының 50 вәкиле лайыҡлы наградаларын алды.

Фото БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас в