+14 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Яңы һөт продукцияһы

Биойод менән байытылған йогурт һатыуға сығарылды. Башҡортостанда етештерелгән продукцияны “Һөт кухня” һының тиҫтәлән пункттарында алырға мөмкин. Был хаҡта үҙенең сәхифәһендә Республика Башлығы Радий Хәбиров яҙҙы.

Йогуртты Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Октябрскийҙа һәм Үрге Ҡыйғыла етештереләр.

-Был продукцияны  республиканың күп кенә төбәктәрендә күҙәтелгән йод дефицитын профилактикалау  һәм кәметеү өсөн етештерә башланылар. Һөт аҙығының 100 грамында 50 мкг йод бар. Әҙер продукцияла йод еҫе һәм тәме беленмәй, шуға уны кескәй балалар ҙа теләп ашай. Республика балалар баҡсаларында һәм мәктәптәрҙә ғәҙәти йогуртты биойодлы йогуртҡа алмаштыра башланыҡ. Унда Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү йәмғиәтенең тәҡдимдәрен иҫәпкә алабыҙ. Һөт кухняһына ҡағылышлы яңылыҡтар бының менән генә бөтмәҫ тип ышанам. Беҙ Башҡортостан балаларын сифатлы һәм файҙалы продукция менән тәьмин итеүҙе дауам итербеҙ, - тигән Радий Хәбиров.

Биойодлы йогурт таратылған һөт кухняларының исемлеге ошонда. https://milkrb.ru/where-buy.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас в