Рәсәй Президенты Владимир Путин коронавирусҡа ҡаршы фиҙакәр көрәшкән Башҡортостан табиптарына рәхмәт белдерҙе. Ковид инфекцияһы осоронда медицина ярҙамын ойоштороу һәм күрһәтеүҙәге ҡаҙаныштары, юғары профессионализмы өсөн республика медиктары дәүләтебеҙ башлығының юғары наградаларына лайыҡ булды. Был туралағы күрһәтмә хоҡуҡи мәғлүмәт порталында донъя күрҙе.
Документта билдәләнеүенсә, Рәсәй Президентының Почет грамотаһы менән 27 медицина хеҙмәткәре бүләкләнә. Араларында Республика һуғыш ветерандары госпиталенең бүлек мөдире Елена Алексеева, Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһы табибы Азат Бәширов, Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ольга Горбацевич, Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһы шәфҡәт тутаты Фирүзә Юнысбаева бар.
Рәсәй Президентының Рәхмәтенә тағы 25 медик лайыҡ булды. Мәҫәлән, 2-се Республика клиник дауаханаһы шәфҡәт туташы Рәйлә Бакирова, Өфө ҡалаһы 13-сө дауахана табибы Эльвира Ғәлинурова, Нефтекама ҡала дауаханаһы табибы Дамира Ирмәкова һәм башҡалар.
Халыҡ һаулығы һағында тороусы 17 табибыбыҙға яңыраҡ ҡына – “Ватан алдындағы ҡаҙаныштар өсөн II дәрәжә” орденының миҙалы, 46 кешегә Лука Крымский миҙалы бирелеүен билдәләп үтәбеҙ. Шулай уҡ улар менән бергә “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре” исемдәрен алыусылар ҙа булды.
Фото “Башинформ”дан алынды.