+23 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

«Ласковый май» төркөмө солисы Юрий Шатунов вафат булған

Популяр артист Башҡортостандың Күмертау ҡалаһында тыуған. Ул балалар йортонда үҫкән. «Белые розы», «Седая ночь» һәм башҡа йырҙары менән артист илдә киң популярлыҡ яулағайны. Күмертау ҡалаһында артистың хәтерен мәңгеләштерергә йыйыналар.

«Ласковый май» төркөмө солисы Юрий Шатунов вафат булған
«Ласковый май» төркөмө солисы Юрий Шатунов вафат булған

23 июндә Мәскәүҙә танылған артист, «Ласковый май» төркөмө солисы Юрий Шатуновтың йөрәге тибеүҙән туҡтаған. Уға 48 генә йәш булған. Был хаҡта телеграм-каналдар хәбәр итте.

Яҡынса мәғлүмәт буйынса, ул ашығыс ярҙам автомобилендә йән биргән. Сәбәбе – инфаркт.

 Популяр артист Башҡортостандың Күмертау ҡалаһында тыуған. Ул балалар йортонда үҫкән. «Белые розы», «Седая ночь», «Розовый вечер», «Детство» һәм башҡа йырҙары менән артист илдә киң популярлыҡ яулағайны.

2015 йылда «Звуковая дорожка» премиялар тапшырыу тантанаһында Юрий Шатунов Рәсәйҙең шоу-бизнесын үҫтереүгә өлөш индергәне өсөн премия алды.

Бер нисә киң мәғлүмәт сараһы хәбәр итеүенсә, хәҙер унда йырсыға һәйкәл ҡуйырға уйлайҙар. Ошо һорау менән ҡала хакимиәте башлығы Олег Фроловҡа мөрәжәғәт иткәндәр.

— Юрий Шатуновтың үлеме тураһында хәбәрҙе бөгөн төшкө аш ваҡытында ғына ишетттек. Әлегә һәйкәл ҡуйыу тураһында  фекер алышмағанбыҙ. Һәр хәлдә, күренекле яҡташыбыҙҙың исемен мәңгеләштерербеҙ. Бәлки, мемориаль таҡтаташ ҡуйырбыҙ, — тигән Олег Фролов.

Сығанаҡ: https://www.bashinform.ru/news/culture/2022-06-23/na-rodine-yuriya-shatunova-v-gorode-kumertau-uvekovechat-pamyat-artista-2851874

 

Автор:
Читайте нас в