+14 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Еңеүселәр билдәле булды

Башҡортостан Башлығы Грантының тәүге конкурсына һөҙөмтәләр билдәле булды. Улар  социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырған, граждандар йәмғиәтен үҫтереүҙә ҡатнашҡан коммерция, хөкүмәт булмаған ойошмалар.

Еңеүселәр билдәле булды
Еңеүселәр билдәле булды

Башҡортостан Башлығы Грантының тәүге конкурсына һөҙөмтәләр билдәле булды. Улар  социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырған, граждандар йәмғиәтен үҫтереүҙә ҡатнашҡан коммерция, хөкүмәт булмаған ойошмалар.

Еңеүселәр иҫәбенә коммерция булмаған 46 ойошма ингән. Иң популяр конкурс йүнәлештәре:

  • Һаулыҡты һаҡлау, сәләмәт тормошто, физик күнекмәләрҙе, спортты пропагандалау ( 13 проект)
  • Мәҙәниәт, сәнғәт, тарихи хәтерҙе һаҡлау ( 12 проект)
  • Социаль хеҙмәтләндереү, социаль яҡлау һәм айырым категория граждандарға яҡлау( 6 проект)

Еңеүселәр географияһы киң. 34 проект Өфөнән, 4 проект Стәрлетамаҡ ҡалаһынан һәм берәр проект Белорет, Благовещен, Ғафури, Күгәрсен, Миәкә, Шишмә, Яңауыл райондарынан һәм Ағиҙел ҡалаһынан.

Проекттар иң актуаль проблемаларҙы күтәрә. “Ҡала маршруты” Өфө Ожерельеһы” проекты сиктәрендә  Өфөлә навигация үҫеше һәм йәйәүлеләр өсөн мөмкинлектәрҙе арттырыу буйынса тәҡдимдәр индерелә.

“ Ҙур һәм бәләкәй дуҫтар” проекты балалар баҡсаларында кескәйҙәрҙең буш ваҡытын файҙалы итеп үткәреү, онкоауырыуҙарҙың психологик хәлен яҡшыртыу өсөн аттар менән аралашыу мөмкинлеге биреү кеүек бурыстар ҡуя. Шулай уҡ башҡа бик күп ҡыҙыҡлы һәм әһәмиәтле проекттар бар.

Еңеүсе проекттарҙы тормошҡа ашырыуға ағымдағы йылдың 18 июленән старт бирелә. Конкурс комиссияһының протоколы һәм грант хаҡында тулыраҡ мәғлүмәттәр менән https://грантыглавы102.рф һылтанмаһындағы “документ” бүлегендә танышырға мөмкин.

Билдәле булыуынса, йылдың 30 июненә тиклем киләһе конкурсҡа заявкалар тапшырырға мөмкин. Конкурстың дөйөм бюджеты 101, 5 миллион һум. Бер проектҡа иң күп грант аҡсаһы 3 миллиондан да артмаҫҡа тейеш.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас в