+14 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Милли йәштәр театрында Максим Горькийҙың пьесаһы сәхнәләштереләсәк

Башҡортостандың Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Максим Горькийҙың «Һуңғылар» пьесаһы буйынса «Атай» спектаклен сәхнәләштереүгә әҙерлек эштәре башланды. Спектаклде ҡуйыу өсөн Санкт-Петербургтан һәләтле ижади төркөм саҡырылған.

Милли йәштәр театрында Максим Горькийҙың пьесаһы сәхнәләштереләсәк
Милли йәштәр театрында Максим Горькийҙың пьесаһы сәхнәләштереләсәк

Башҡортостандың Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Максим Горькийҙың «Һуңғылар» пьесаһы буйынса «Атай» спектаклен сәхнәләштереүгә әҙерлек эштәре башланды. Спектаклде ҡуйыу өсөн Санкт-Петербургтан һәләтле ижади төркөм саҡырылған. Ҡуйыусы режиссер - Денис Хөснийәров, ҡуйыусы рәссам - Александр Мохов, костюмдар буйынса рәссам - Мария Лукка, яҡтылыҡ буйынса рәссам - Игорь Фомин.

«М. Горькийҙың «Һуңғылар» пьесаһының тәүге варианты «Атай» тип аталған. Спектаклдең ошо исемен ҡалдырырға уйлайбыҙ. Билдәле авторҙың 1908 йылда яҙылған пьесаһын сәхнәгә ҡуйырға ул заманда цензура менән тыйылған була. Сюжет нигеҙендә - күп балалы ғаилә һәм уларҙың ҡаты бәғерле аталары. Аталарының миһырбанһыҙлығы йәш быуынды һәләкәткә дусар итә. Ләкин беҙ уны ғәйепләмәйбеҙ, беҙ бынан сығыу юлдарын эҙләйбеҙ. Сөнки ул атай урынында һәр беребеҙ булырға мөмкин», - тип аңлата Денис Хөснийәров.

Спектакль «Кесе Ватан мәҙәниәте» - «Театрҙар - балаларға» федераль проекты сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла. Премьера быйыл октябрҙә тамашасы хөкөмөнә сығарыласаҡ.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас в