+14 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Льготалы ғаилә ипотекаһы программаһы киңәйтелә

Рәсәй президенты Владимир Путин 2023 йылдың аҙағына тиклем балаһы тыуған ғаиләләргә льготалы ставка буйынса ипотека программаһын киңәйтергә ҡушты.

Льготалы ғаилә ипотекаһы программаһы киңәйтелә
Льготалы ғаилә ипотекаһы программаһы киңәйтелә

Рәсәй президенты Владимир Путин 2023 йылдың аҙағына тиклем балаһы тыуған ғаиләләргә льготалы ставка буйынса ипотека программаһын киңәйтергә ҡушты. Дәүләт Башлығының тейешле йөкләмәһе Кремль сайтында баҫылған.

Хәҙер программа 2018 йылдың 1 ғинуарынан 2022 йылдың 31 декабренә тиклем икенсе йәки артабанғы балаһы тыуған ғаиләләргә ҡағыла. Бындай кредитты 2023 йылдың аҙағынаса алырға мөмкин, тип хәбәр итте ТАСС.

Йылына 6 процентҡа тиклем ставка менән ғаилә ипотекаһы программаһы 2018 йылдың башында эшләй башланы. Ул яңы төҙөлгән йортта фатир алырға, шәхси йорт һалырға һәм ер участкаһы һатып алырға, шулай уҡ беренсел баҙарҙағы торлаҡҡа ипотеканы рефинансларға мөмкинлек бирә. Мәскәү, Санкт-Петербург, Мәскәү һәм Ленинград өлкәләре өсөн дәүләт программаһы буйынса кредиттың максималь суммаһы 12 миллион һум булһа, башҡа төбәктәр өсөн иһә 6 миллион һум. Беренсе иғәнә фатир хаҡынан 15 проценттан да кәм булмаҫҡа тейеш. 

Сығанаҡ: https://www.bashinform.ru/news/social/2022-06-21/vladimir-putin-poruchil-rasshirit-programmu-lgotnoy-semeynoy-ipoteki-2848787

Автор:
Читайте нас в