+15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

“Китап” нәшриәте райондар буйлап сәфәргә сыға

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте республика райондары буйлап "Мөжизәле китап иле" тигән сәфәргә сыға. Автойөрөш маршруты: Өфө – Иҫке Собханғол – Белорет – Баймаҡ – Сибай – Асҡар. Был хаҡта нәшриәттең матбуғат секретары Айрат Искәндәров хәбәр итә.  

“Китап” нәшриәте райондар буйлап сәфәргә сыға
“Китап” нәшриәте райондар буйлап сәфәргә сыға

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте республика райондары буйлап "Мөғжизәле китап иле" тигән сәфәргә сыға. Автойөрөштөң маршруты: Өфө – Иҫке Собханғол – Белорет – Баймаҡ – Сибай – Асҡар. Был хаҡта нәшриәттең матбуғат секретары Айрат Искәндәров хәбәр итә.

23 июндә Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылының баҙар майҙанында “Китап” нәшриәте китаптарының күргәҙмә-йәрминкәһе була. Башҡортостан тарихына, мәҙәниәтенә, тәбиғәтенә, республиканың күренекле эшмәкәрҙәренә арналған яңы китаптар, балалар өсөн сағыу йыйынтыҡтар, Башҡортостан яҙыусылары һәм шағирҙарының әҫәрҙәре, бүләк баҫмалары, мосолман һәм уҡыу-методик әҙәбиәт тәҡдим ителә.

24 июндә автойөрөш Белорет, Баймаҡ һәм Сибай ҡалалары аша үтә. Белоретта ла Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте вәкилдәре ҡаланың үҙәк китапханаһында китап уҡыусылар менән осраша. Осрашыуға район гәзиттәре журналистары, китапхана һәм клуб системаһы хеҙмәткәрҙәре, “Ағинәйҙәр” клубы ағзалары килә. Осрашыу көндөҙгө 12-се яртыла башлана.

25 июндә Әбйәлил районы Асҡар ауылында, Түңгәүер ырыуы йыйынында, китап продукцияһын һатыу ойошторола. 26 июндә нәшриәт вәкилдәре Түңгәүер ырыуының район һабантуйында ҡатнаша.

Сығанаҡ: “Башинформ”.

Автор:
Читайте нас в