+14 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостан Үзбәкстандың Милли китапханаһына китаптар бүләк итте

Башҡортостан делегацияһының Ташкент ҡалаһына рәсми сәфәре сиктәрендә Үзбәкстандың Алишер Навои исемендәге Милли китапханаһы фондына республикабыҙ вәкилдәре китаптар тапшырҙы.

Башҡортостан Үзбәкстандың Милли китапханаһына китаптар бүләк итте
Башҡортостан Үзбәкстандың Милли китапханаһына китаптар бүләк итте

Башҡортостан делегацияһының Ташкент ҡалаһына рәсми сәфәре сиктәрендә Үзбәкстандың Алишер Навои исемендәге Милли китапханаһы фондына республикабыҙ вәкилдәре китаптар тапшырҙы. Тантаналы сарала Башҡортостан Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Азат Бадранов, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова һәм Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана директоры Марат Зөлҡәрнәев ҡатнашты. Китапханаға башҡорт әҙәбиәте классикаһы әҫәрҙәре, энциклопедиялар, фәнни-популяр әҙәбиәт бүләк ителде. Китаптарҙың ике республиканың Милли китапханалары араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеү сиктәрендә тапшырылыуын билдәләп китәбеҙ.

Алишер Навои исемендәге Милли китапхананың тарихы 1870 йылдан юл ала. Ул Үҙәк Азияла ҡулъяҙмалар, матбуғат баҫмалары һәм полиграфияның нәфис әҫәрҙәре һаҡланыусы иң ҙур китапханаларҙан һанала.

Фото БР Мәҙәниәт министрлығы сайтынан.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас в