+14 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Яңы федераль программаға старт бирелә

Башҡортостанда юғары уҡыу йорто һәм колледждарға ҡабул итеү кампанияһы старт алды. Быйыл уның дөйөм ил буйынса яңылығы бар. Федераль программа буйынса колледжар өсөн “Профессионалитет” программаһына  старт бирелә.

Яңы федераль программаға старт бирелә
Яңы федераль программаға старт бирелә

Башҡортостанда юғары уҡыу йорто һәм колледждарға ҡабул итеү кампанияһы старт алды. Быйыл уның дөйөм ил буйынса яңылығы бар. Федераль программа буйынса колледжар өсөн “Профессионалитет” программаһына  старт бирелә.

Рәсәй министрлығы тарафынан раҫланған кадрҙар әҙерләү” “Профессионалитет” программаһы  йәштәрҙе тиҙ генә хеҙмәт баҙарында кәрәкле булған һөнәрҙәргә уҡытыуҙы күҙ уңында тота.Бынан тыш ошо программа сиктәрендә тармаҡлы предприятиелар белем биреү программаһын төҙөүҙә туранан- тура ҡатнашасаҡ. Был хаҡта Башинформ агентлығына әңгәмәһендә Башҡортостандың фән һәм мәғариф министры Айбулат Хажин белдергән.

Башҡортостанда ошо программа буйынса Өфө машиналар төҙөү колледжы базаһында ОДК-УМПО менән берлектә тәүге белем биреү- етештереү кластеры  төҙөлә. Ул машиналар төҙөү тармағына ҡағыла.

 Проекттың дөйөм бюджеты- федераль, төбәк һәм предприятиеның аҡсаһын иҫәпкә алғанда 244 миллион һум буласаҡ. Шулай уҡ предприятие  маҡсатлы килешеү нигеҙендә белем алған студенттарға өҫтәмә түләүҙәр булдырған.

 “Профессионалитет” программаһына 9 класс базаһы менән дә уҡырға инергә мөмкин. Ҡабул итеү имтихандары юҡ, аттестат конкурсы ғына буласаҡ. Юғары, уртаса балдары булған йәштәр өҫтөнлөк менән файҙаланасаҡ. Студенттарға стипендия түләнәсәк, ситтән килгәндәргә дөйөм ятаҡ ҡаралған.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас в