

24 июндә Башҡортостанда Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Был көндө Өфөлә 300-ҙән ашыу медицина хеҙмәткәрен федераль һәм төбәк наградалары менән бүләкләү тантанаһы була, шулай уҡ аҡ халатлыларҙың байрам парады уҙасаҡ.
Медицина хеҙмәткәрҙәрен тантаналы рәүештә ҡотлау иртәнге сәғәт 10-да башлана һәм бер үк ваҡытта алты майҙансыҡта үткәрелә:
– "Торатау" конгресс-холы;
– Опера һәм балет театры, 2 зал;
– Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай залы;
– Башҡорт дәүләт медицина университетының корпусы залы;
– Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының конференциялар залы.
Көндөҙгө сәғәт 12-се 30 минутта Башҡорт драма театры алдындағы майҙанда медицина ойошмаларының ижади коллективтары ойошторған концерт була.
Сәғәт 1 тула 10 минутта медицина хеҙмәткәрҙәренең парады башлана. Медицина ойошмаларының символикаһын һәм флагтарын тотҡан колонна Зәки Вәлиди урамынан “Торатау” Конгресс-холына тиклем барасаҡ.
Парад тамамланғас, көндөҙгө сәғәт 2-лә, “Ватан” паркында ҡунаҡтарҙы Башҡортостан йондоҙҙарынан байрам концерты һәм дәүләт наградалары менән бүләкләү көтә.
Сығанаҡ: “Башинформ”.