+14 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Үлем сигендә йөрөүен үҙе лә белмәгән

Республикабыҙ кардиология үҙәге хирургтары аварияла аортаһына зыян килеү арҡаһында ике йыл буйы үлем сигендә йөрөгән егетте ҡотҡарған. Баҡһаң, егет был турала үҙе лә белмәй йәшәгән.

Үлем сигендә йөрөүен үҙе лә белмәгән
Үлем сигендә йөрөүен үҙе лә белмәгән

Республикабыҙ кардиология үҙәге хирургтары аварияла аортаһына зыян килеү арҡаһында ике йыл буйы үлем сигендә йөрөгән егетте ҡотҡарған. Баҡһаң, егет был турала үҙе лә белмәй йәшәгән.

Кардиология үҙәгенә ул тыны ҡыҫылыуға, температураһы күтәрелеүгә зарланып килә. Оҙаҡ ваҡыт амбулатор шарттарҙа дауалана, ләкин файҙаһы булмай, хәле насарая ғына.

Компьютер томографияһында тикшергәндә уның аортаһына ныҡ зыян килеүе асыҡланды, тип яҙалар кардиология үҙәге сайтында.

 2020 йылда егет юл фажиғәһенә эләгеп, мөғжизә менән иҫән ҡала. Шул ваҡытта аортаһы зарарлана, әммә ул “өҙөлмәгән”, “бөтөн” була. Ләкин ҡан баҫымы юғары булыуын артабан тамыр стенкалары күтәрә алмай. Гематома барлыҡҡа килеп, ул трахеяны ҡыҫа, һөҙөмтәлә сырхауҙың тыны бөтә.

2-се рентгенхирургия алымдары менән диагностикалау һәм дауалау бүлеге мөдире Тимур Хафизов етәкселегендә белгестәр зарарланған аортаға янбаш артерияһы буйынса махсус үткәргес аша етеп, стент урынлаштыра. Операция 1,5 сәғәт дауам итә. Ауырыу байтаҡ реанимацияла ята, хатта унда үҙенең 30 йәшлек юбилейын ҡаршы ала. Әлеге мәлдә үҙен яҡшы тоя һәм дауахананан сыҡҡан, ул белгестәрҙә күҙәтелеп торасаҡ.

Кардиоүҙәктә ошондай 200-ләп ҡатмарлы операция яһалған да инде.

Фото Республика кардиология үҙәге сайтынан.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас в