+14 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ауыл хужалығы комплесын үҫтереүгә – 4,3 миллиард һум!

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында инвесторҙарға иң уңайлы шарттар булдырыу буйынса һөҙөмтәле эш алып барыла. Был йәһәттән дәүләт ярҙамы сараларының да өлөшө ҙур. Ағымдағы йылда тармаҡты үҫтереүгә федераль һәм төбәк ҡаҙнаһынан 4,3 миллиард һумға яҡын төрлө субсидиялар йүнәлтеләсәк.

Ауыл хужалығы комплесын үҫтереүгә – 4,3 миллиард һум!
Ауыл хужалығы комплесын үҫтереүгә – 4,3 миллиард һум!

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында инвесторҙарға иң уңайлы шарттар булдырыу буйынса һөҙөмтәле эш алып барыла. Был йәһәттән дәүләт ярҙамы сараларының да өлөшө ҙур. Ағымдағы йылда тармаҡты үҫтереүгә федераль һәм төбәк ҡаҙнаһынан 4,3 миллиард һумға яҡын төрлө субсидиялар йүнәлтеләсәк. 

Башҡортостандың агросәнәғәт комплексында 189,9 миллиард һумға яҡынса 115 өҫтөнлөклө инвестиция проекты һанала. Әлеге көндә шуларҙың 117,3 миллиард һумға иҫәпләнгән 63-ө инвесторҙар тарафынан ғәмәлгә ашырыла, тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. Аҡса ҡошсолоҡҡа, сусҡасылыҡҡа, һөт һәм ит малсылығына, йәшелсә етештереүгә һәм ауыл хужалығы аҙыҡ-түлеген эшкәртеүгә йүнәлтелгән. Шуныһын билдәү мөһим: ауыл хужалығы өлкәһендә инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләре буйынса республикала 16 мең эш урыны булдырыу күҙаллана.

"2018 йылдан беҙҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге алдынғы проекттар ҡаралған “Инвестиция сәғәт”тәре үтә,  – тине министр. – Бөтә республика Хөкүмәте ҡатнашлығындағы ултырыштар йомғаҡтары буйынса мөһим ҡарарҙар ҡабул ителә һәм был, үҙ сиратында, инвестиция проектына ярҙам сараларын тормошҡа ашырыуҙы тиҙләтә. Инвесторҙар республика Башлығына һорауҙар бирә, финанс ярҙамының бөтә шарттары менән таныша. Уларҙы дәүләт һәр яҡлап үҙ ҡурсыуы аҫтына ала. “Инвестиция сәғәте” һайын ауыл хужалығы тармағындағы ниндәй ҙә булһа проект тикшерелә. Бөгөн уларҙың һаны 150-гә еткән.

Республикала ауыл хужалығы бизнесын алып барыу өсөн уңайлы мөхит булдырылғанға күрә, аграр инвесторҙарҙың әүҙемлеге юғары. Мәҫәлән, биш проценттан артмаған ставка буйынса льготалы кредитлау һәм инвестиция проекты йүнәлешенә бәйле агросәнәғәт комплексы объекттарын төҙөүгә, модернизациялауға киткән сығымдарҙың бер өлөшөн 25 процентҡа тиклем ҡаплау,  грант ярҙам программалары. Ошоға ярашлы “Ғаилә фермалары” гранты.  Матди-техник базаны нығытыу өсөн ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарын үҫтереү буйынса программалар, “Агростартап” проекттарын бойомға ашырыу маҡсатында крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарына гранттар ҙур популярлыҡ менән файҙалана.

Ауыл хужалығы техникаһы һатып алыуға, тоҡомло малсылыҡты үрсетеүгә һәм башҡа мәсьәләрҙе хәл итеүгә махсус субсидиялар ҡаралған.

Башҡортостанда агросәнәғәт комплексы инвесторҙарына дәүләт ярҙамы саралары тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән түбәндәге һылтанма буйынса танышырға була: https://apkrb.info/press-service/news/minselhoz-rb-aktualiziroval-instrukcii-po-gospodderzhke-apk

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=56355

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас в