+14 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ағиҙел буйына килегеҙ

26 июндә Башҡортостанда Рәсәй йәштәре көнө билдәләнә. Байрам өсөн төп майҙансыҡ булып Өфөлә Ағиҙел йылғаһы яры тора. Республика йәштәре өсөн Генерал-губернатор Перовский урамынан алып бәләкәй амфитеатрға тиклем арауыҡта байрам саралары ойошторола.

Сара 16.00 башлана. Инеү түләүһеҙ.

– Йылға буйы бер нисә зонаға бүленә. Йәштәр көнөн министрлыҡтар, Вуз ректорҙары советы, Өфө ҡалаһы хакимиәте менән берлектә ойошторабыҙ. Йылға буйының һәр квадрат метрында байрам булһын тип тырыштыҡ, – ти БР йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Яна Гайдук.

Бәләкәй амфитеатр сәхнәһендә ижади майҙан булдырыла, “Студент яҙы” фестивале ҡатнашыусылары сығыш яһай. Тематик күргәҙмәләр, гейм-майҙансыҡ, страйкбол, лазертаг ойошторола. Спорт әүҙемлеге өлөшөндә теләгәндәр баскетбол уйнай, велосипедта йөрөй, мас-рестлингта һәм армрестлингта көсөн һынап ҡарай ала.

Республика юғары уҡыу йорттары ҡуйған тирмәләрҙә оҫталыҡ дәрестәре, ижади сығыштар, күргәҙмәләр, фотозоналар, дискуссия майҙансыҡтары, квиздар үтә. Ҡунаҡтар оҡшаған тирмә өсөн тауыш бирә ала, байрам аҙағында еңгән вуз махсус приз менән бүләкләнә.

“Торатау” конгресс-холы янында амфитеатрҙа “Евразия йөрәге” халыҡ-ара фестивале үтә. Унда Дима Билан менән Сергей Трофимовтың килеүе көтөлә.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас в