+15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
20 Июнь 2022, 16:04

Йәниҫәп һөҙөмтәләре буйынса, халыҡ һаны артҡан

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, халыҡ иҫәбен алыу көнөнә – 2021 йылдың 1 октябренә Рәсәйҙә даими йәшәгән 147,2 миллион кеше иҫәпкә алынған. 2010 йылғы йәниҫәп менән сағыштырғанда, Рәсәй халҡы 2,05 миллион кешегә, йәғни 1,4 процентҡа күберәк”, – тип хәбәр итте Башстат етәксеһе Әкрәм Ғәниев республика Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә.

Рәсәйҙең 28 төбәгендә халыҡ һаны артҡан.

“Илдең халыҡ тығыҙ йәшәгән төбәктәре – Мәскәү, Мәскәү өлкәһе, Краснодар крайы, Санкт-Петербург, Свердловск һәм Ростов өлкәләре, Башҡортостан, Татарстан. Уларҙа илебеҙ халҡының өстән бер өлөшө йәшәй. Башҡортостан Рәсәй субъекттары араһында халыҡ иҫәбе буйынса етенсе, шулай уҡ Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында беренсе урынды биләй», – тине Әкрәм Ғәниев.

2021 йылдың 1 октябренә ҡарата яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда даими йәшәгән 4,091 миллион кеше иҫәпкә алынған.

2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу йомғаҡтары менән сағыштырғанда, республика халҡы 0,5 процент пунктына артҡан. 2010 йыл менән сағыштырғанда, Башҡортостандың баш ҡалаһында йәшәүселәр туғыҙ процентҡа артҡан.

Сығанаҡ: “Башинформ”.

Автор:
Читайте нас в