

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәй почтаһының генераль директоры Максим Акимов төбәктең почта бүлексәләрен ремонтлау мәсьәләһе хаҡында фекер алышты. Айырыуса ул ауылдарҙа урынлашҡан почта биналарына ҡағылды, шулай уҡ почталарға тәҡдим ителгән ассортиментты киңәйтеү буйынса ла һүҙ алып барылды.
Осрашыу Санкт- Петербург иҡтисади форумы сиктәрендә үтте. Максим Акимов ауыл почта бүлексәләрен ремонтлау программаһын уңышлы тормошҡа ашырыу мәсьәләһенә ҡағылды. Шулай уҡ республиканан өҫтәп финанслау иҫәбенә ҡала почталарының да төҙөкләндереләсәге хаҡында билдәләне.
Мәғлүм булыуынса, Башҡортостан һәм Рәсәй почтаһы берлектә 786 бүлексәне ремонтлау хаҡында килеште. Шуларҙың 20 почта бүлексәһе быйыл төҙөкләндереләсәк.