+14 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

“Иң һуңынан, бер генә еңеүсе ҡалғанын әйткәс, күңелебеҙ төштө. Әммә бер секундтан...”

Башҡортостан Республикаһының Милли халыҡ музыка ҡоралдары оркестры музыканттары “Таврида-2022” форумында иң ҙур грантты отҡан.

“Иң һуңынан, бер генә еңеүсе ҡалғанын әйткәс, күңелебеҙ төштө. Әммә бер секундтан...”
“Иң һуңынан, бер генә еңеүсе ҡалғанын әйткәс, күңелебеҙ төштө. Әммә бер секундтан...”

Башҡортостан Республикаһының Милли халыҡ музыка ҡоралдары оркестры музыканттары “Таврида-2022” форумында иң ҙур грантты отҡан.

 

Оркестрҙың баш дирижеры һәм художество етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Линар Дәүләтбаев һәм ҡылҡумыҙҙа уйнаусы солистар Алиса Яҡшыдәүләтова менән Руфина Аллабирҙина “Ижади йәштәр өсөн милли музыка мәҙәниәтен популярлаштырыу” проектын тормошҡа ашырыуға 1,2 миллион һум грант отҡан.

Ҡырымда үткән “Таврида” йәш мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре форумының Беренсе белем биреү заезында ҡатнашыусылар эксперттарға үҙ проекттары хаҡында һөйләй.

– Бүләкләү тантанаһы барышында төрлө тойғолар солғап алды. Иң һуңынан, бер генә еңеүсе ҡалғанын әйткәс, күңелебеҙ төштө. Әммә бер секундтан сәхнәлә беҙҙең проектты атанылар, – тип һөйләй Руфина Аллабирҙина.

– Проектыбыҙҙың көслө икәнен аңлай инек. Еңеүебеҙҙе белгәс, күҙ йәштәрен тыйып тотоп булманы. Иҫ киткес ныҡ ҡыуандыҡ! – тип бүлешә Алиса Яҡшыдәүләтова.

Проектты яҡлау өсөн бары өс минут ваҡыт бирелә. Ике минут проект хаҡында һөйләргә, бер минут милли музыка ҡоралында уйнап күрһәтергә кәрәк була. Ҡылҡумыҙ эксперттарҙың йөрәген яулап ала.

– Грант аҡсаһын ижади йәштәргә белем биреүгә, музыка ҡоралдары алыуға, яңы әҫәрҙәр булдырыуға тотонорбоҙ. Был Башҡортостандың матди булмаған мәҙәни мираҫы объектына әйләнер. Шулай уҡ ҙур концерт ойошторорға ниәтләйбеҙ, – ти Башҡортостан Республикаһының Милли халыҡ музыка ҡоралдары оркестрының баш дирижеры һәм художество етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Линар Дәүләтбаев.

“Таврида” йәш мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре форумының Беренсе белем биреү заезы Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылына арналған. Грант конкурсында ҡатнашыу өсөн 40-тан ашыу ғариза тапшырылған, уларҙың етеһе генә еңеүгә лайыҡ булған. Иң ҙур грант Башҡортостанға киләсәк.

Фото һәм сығанаҡ – Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас в