+9 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
20 Июня 2022, 06:12

Ғәббәс Дәүләтшинға һәйкәл асылды.

Һамар өлкәһенең Ҙур Глушица ауылында тарихи ваҡиға булды. Урындағы крайҙы өйрәнеү музейы ҡаршыһында күренекле башҡорт ғалимы, башҡорт әлифбаһы авторҙашы, тәүге орфорграфия һүҙлеге һәм  юғары уҡыу йорттары өсөн туған телдәге беренсе уҡыу әсбабы авторы  Ғәббәс  Йәғәфәр улы Дәүләтшинға һәйкәл асылды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ғәббәс Дәүләтшинға һәйкәл асылды.Ғәббәс Дәүләтшинға һәйкәл асылды.
Ғәббәс Дәүләтшинға һәйкәл асылды.

Һамар өлкәһенең Ҙур Глушица ауылында тарихи ваҡиға булды. Урындағы крайҙы өйрәнеү музейы ҡаршыһында күренекле башҡорт ғалимы, башҡорт әлифбаһы авторҙашы, тәүге орфоргаифя һүҙлеге һәм  юғары уҡыу йорттары өсөн туған телдәге беренсе уҡыу әсбабы авторы  Ғәббәс  Йәғәфәр улы Дәүләтшинға һәйкәл асылды.

Тантанала Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары Эльвира Айытҡолова, Александр Хиштейн, Башҡортостан делегацияһы, Һамар өлкәһе вәкилдәре ҡатнашты.

  • Рәсәйҙә быйыл халыҡтар мәҙәни мираҫы йылы тип иғлан ителгән. Ә был һәйкәлдең тарихы Һамар өлкәһе ҡоролтайы рәйесенең Дәүләт Думаһы депутаты Александр Хиштейнға мөрәжәғәтенән башланды. Беҙ һәйкәл асҡанда  Башҡортостан һәм Һамар өлкәһенең көсөн берләштерҙек. Дөйөм алғанда,  Һамар өлкәһе билдәле Дәүләтшиндар ғаиләһенең тыуған ере. Әле беҙ Стәрлетамаҡ филармонияһы артистары башҡарыуында ҡурай моңон, “Уралым” йырын тыңланыҡ. Тыуған ерҙәрендә башҡорт моңо яңғырап тороуона Дәүләтшиндар шат булыр ине тип уйлайым, - тине Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова.

Ғәббәс Дәүләтшин Һамар губернаһы Николаев уезы Таш- Күстән( Таш- Кустьян) ауылында тыуып үҫкән. Тыуған ауылында мәҙрәсә тамамлаған. 1925 йылда Өфөгә күсеп килгән, ҡала мәктәптәрендә, техникумда эшләй. Һуңынан  Ленинградта Енукидзе исемендәге көнсығыш институтында белем ала. Өфөгә ҡайтҡас, доцент вазифаһында эшләй, Тимерязев исемендәге педагогия институтының башҡорт теле кафедраһы мөдире була.

Ул  телсе- тюрколог Николай Дмитриев ойшторған лингвист- фольклор потрядының эшендә әүҙем ҡатнаша. Ғалимдың тел өйрәнеүгә арналған хеҙмәттәре йыйынтыҡтарҙа, төрлө журналдарҙа донъя күрә башлай.

Ғәббәс Дәүләтшин 1929 йылда латиницаға нигеҙләнгән башҡорт теленең тәүге әлифбаһын төҙөүҙә ҡатнаша. “Башҡорт теле һәм  уның орфографияһы” тигән китабы сыға. Китап аҙағында 450 һүҙҙән торған һүҙлек бирелә. Был баҫма башҡорт теле һәм башланғыс кластар уҡытыусылары тәғәйепнләнә. Бынан тыш ғалим юғары уҡыу йортттары өсөн тәүге башҡорт теле китабының авторы булып һанала.

Ғәббәс Дәүләтшинға асылған һәйкәл бейеклеге өс метр. Ғалим унда ҡулына китап тотоп торған . Скульптураның авторы-  Башҡортостандың атҡаҙанған рәссаме Хәниф Хәбибрахманов. Ул Өфөлә “Ете ҡыҙ”, Заһир Исмәғилевҡа һәйкәл авторы.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас