+12 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
20 Июня 2022, 04:08

Башҡортостан «Оло Урал» туристик төбәгенә ингән

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Туризм буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Зарина Догузова менән «Оло Урал» ҙур төбәк-ара проектын үҫтереү буйынса хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйған. Килешеүгә ҡул ҡуйылған биш төбәк биләмәләре бай рекреацион потенциалға, мәҙәни, эшлекле, тау саңғыһы, этнографик һәм башҡа туризм төрҙәрен артабан үҫтереү өсөн мөмкинлектәргә эйә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостан «Оло Урал» туристик төбәгенә ингәнБашҡортостан «Оло Урал» туристик төбәгенә ингән
Башҡортостан «Оло Урал» туристик төбәгенә ингән

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Туризм буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Зарина Догузова менән «Оло Урал» ҙур төбәк-ара проектын үҫтереү буйынса хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйған. Документҡа шулай уҡ Пермь крайы губернаторы Дмитрий Махонин, Свердловск өлкәһе губернаторы Евгений Куйвашев, Төмән өлкәһе губернаторы Александр Моор һәм Силәбе өлкәһе губернаторы Алексей Текслер ҡул ҡуйған. Биш төбәк бергәләп эске туризмды үҫтерергә килешкән.

Проект нигеҙендә - айырым кластерҙар түгел, тотош биләмәләрҙең туристик мастер-пландарын булдырыу принцибы. Туризм буйынса федераль агентлыҡта илдең «туристик каркасы»на әүерелергә тейешле ун ике макробиләмә билдәләнде. «Оло Урал» ошондай төбәктәрҙең береһе булырға тейеш.

Килешеүҙең төп маҡсаты - айырым туристар өсөн уңайлы инфраструктура булдырыу өсөн Уралда туризм инфраструктураһын үҫтереү буйынса көстәрҙе берләштереү. Килешеүгә ҡул ҡуйылған биш төбәк биләмәләре бай рекреацион потенциалға, мәҙәни, эшлекле, тау саңғыһы, этнографик һәм башҡа туризм төрҙәрен артабан үҫтереү өсөн мөмкинлектәргә эйә.

Шул уҡ ваҡытта субъекттар сиктәрендә әҙерләнгән һыу, велосипед һәм башҡа төбәк-ара маршруттарҙы төбәк-ара инфраструктура һәм хеҙмәтләндереү бәйләнештәрен үҫтереүҙе иҫәпкә алып актуалләштерергә күҙаллайҙар. «Оло Урал» проектында ҡатнашыусы төбәктәр берҙәм визит-үҙәктәр һәм хеҙмәтләндереү стандарттары булдырасаҡ.

Фото Башҡортостан Башлығының рәсми сайтынан алынды.

Автор:
Читайте нас