+8 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
20 Июня 2022, 03:54

Башҡортостан – Инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында бишенсе урында

Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында Рәсәй төбәктәренең инвестиция мөхите торошо милли рейтингы һөҙөмтәләре иғлан ителде. Уны йыл һайын эшҡыуарҙарҙан һорау алыу нигеҙендә Стратегик башланғыстар агентлығы әҙерләй. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостан – Инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында бишенсе урындаБашҡортостан – Инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында бишенсе урында
Башҡортостан – Инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында бишенсе урында

 Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында Рәсәй төбәктәренең инвестиция мөхите торошо милли рейтингы һөҙөмтәләре иғлан ителде. Уны йыл һайын эшҡыуарҙарҙан һорау алыу нигеҙендә Стратегик башланғыстар агентлығы әҙерләй. 2021 йыл йомғаҡтары буйынса, Башҡортостан бишенсе позицияһын һаҡлап ҡалды. Рейтингтың тәүге дүрт баҫҡысын Мәскәү, Татарстан, Мәскәү һәм Тула өлкәләре биләне. Рәсәй Хөкүмәте Рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Белоусов төбәк етәкселәрен - рейтинг лидерҙарын ҡотланы. Ул, атап әйткәндә, Башҡортостандың инвесторҙар менән мөнәсәбәттәр ҡороуҙа илебеҙ өсөн өлгө булып тороуын билдәләне.

- Республиканың Инвестиция комитеты эшенең сифатын эшҡыуарҙар иң юғары баһа - биш балл менән биләдәләүе бик ҡыуаныслы. Рәсәй буйынса уртаса алғанда был күрһәткес дүрт балл самаһы. Башҡортостан етәкселегенән мотлаҡ инвесторҙар менән эшләргә өйрәнергә кәрәк, - тине Андрей Белоусов.

- Тикшеренеүҙәребеҙ һөҙөмтәләре төбәк командалары эшенең һөҙөмтәлелеге һәм яйға һалынған эшмәкәрлеге, шул иҫәптән инвестициялар йәлеп итеү буйынса программалар әҙерләү һәм уларҙы тормошҡа ашырыу хаҡында һөйләй, - тине Светлана Чупшева. - 2022 йылға төбәктәрҙә инвестициялар йәлеп итеү һәм оҙатыу институттарының стандартлаштырылған системаһын булдырғандарын күрәбеҙ.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Хөкүмәтенә, Стратегик башланғыстар агентлығына һәм эшҡыуарлыҡ берләшмәһенә юғары баһа өсөн рәхмәт белдерҙе.

Фото Башҡортостан Башлығының рәсми сайтынан алынды.

Автор:
Читайте нас