+15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
20 Июнь 2022, 18:42

Ағиҙелдең аръяғында...

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан Хөкүмәте Dars Development компанияһы менән меморандумға ҡул ҡуйҙы.  Республикабыҙҙың баш ҡалаһында мөһим инфраструктур проектҡа – Ағиҙел аръяғын Өфөнөң үҙәге менән тоташтырған ике күпер төҙөлөшөнә – башланғыс һалына.  Совет районындағы күпер Ағиҙел йылғаһы аша Рига урамы менән Миловка шоссеһын тоташтыра. Бының өсөн Дим йылғаһы аша икенсе күпер ҙә кәрәк буласаҡ.

– Был бик етди инфраструктур проект. Ул ҡала үҫешенә булышлыҡ итер, Өфөлә транспорт йөрөшөн байтаҡҡа яҡшыртыр. Бер юлы бер нисә йылға киҫелешендә урынлашҡан ҡалабыҙ өсөн был бик мөһим. Проектты тормошҡа ашырыр өсөн, артабан федераль финанслауҙы йәлеп итеү маҡсатында  проект-смета документацияһын эшләү кәрәк. Бөгөн төҙөлгән меморандумға ярашлы, документация эшләүҙе финанс яғынан Dars Development компанияһы тәьмин итә. Был компания Өфөнөң Ленин районында “Тәбиғәт ҡалаһы” (“Город природы”) торлаҡ комплексы төҙөй, – ти БР транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев.

Төҙөлөш эштәрен 2024 йылда башларға, 2027 йылда тамамларға планлаштыралар.

Фото һәм сығанаҡ – Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас в