+10 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
18 Июня 2022, 05:49

“Барыһын да ҡунаҡсыл республикабыҙға саҡырам”

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Туризм.РФ” корпорацияһы менән хеҙмәттәшлек хаҡында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Добавить в предпочтительные источники Google
“Барыһын да ҡунаҡсыл республикабыҙға саҡырам”“Барыһын да ҡунаҡсыл республикабыҙға саҡырам”
“Барыһын да ҡунаҡсыл республикабыҙға саҡырам”

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Туризм.РФ” корпорацияһы менән хеҙмәттәшлек хаҡында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

XXV Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы сиктәрендә Башҡортостан Хөкүмәте менән “Туризм.РФ корпорацияһы”  (“Корпорация Туризм.РФ”) акционерҙар йәмғиәте хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөгән. Документҡа республика Башлығы Радий Хәбиров менән корпорацияның генераль директоры Сергей Суханов ҡул ҡуйған. Сарала Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко ҡатнашҡан.

– Ил Президенты Владимир Путин туристик инфраструктура булдырыуҙы тиҙләтергә ҡушты. Был бурысты үтәүгә әүҙем тотонған төбәктәргә бик рәхмәтлебеҙ. Халыҡҡа үҙ илебеҙҙә ял итеү өсөн яҡшы шарттар булдырыу кәрәк. Тәбиғәтебеҙгә тиң ер юҡ. Бары уңайлы ял өсөн шарттар тыуҙырырға ғына ҡалды. Бөгөн был өлкәлә алда барған төбәктәрҙең береһе – Башҡортостан Республикаһы менән килешеүгә ҡул ҡуябыҙ, – тип билдәләй Дмитрий Чернышенко.

Документҡа ярашлы яҡтар Башҡортостанда туризм, инфраструктураны һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһын үҫтереү өлкәһендә оҙайлы хеҙмәттәшлек тураһында килешә.

– Хәҙерге макроиҡтисади шарттарҙа Башҡортостанға туристар ағымының артыуын билдәләйбеҙ. Уникаль тәбиғәтебеҙ Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән миллионлаған ҡунаҡтарҙы йәлеп итә. Шул уҡ ваҡытта туристик-рекреацион тармаҡтың стихиялы рәүештә үҫергә тейеш түгеллеген дә аңлайбыҙ. Заманса инфраструктура һәм хеҙмәттәрҙең киң ассортименты, бер яҡтан, уңайлы һәм цивилизациялы ял шарттары булдырырға, икенсе яҡтан, республика тәбиғәтенең экологик тигеҙлеген һаҡларға мөмкинлек бирә. Башҡортостанда инвесторҙарға ярҙам һәм юл буйы сервисын үҫтереү буйынса төрлө  саралар тормошҡа ашырыла. Ә яңы килешеү тармаҡ бизнесын ойоштороу, туристарҙы күпләп йәлеп итеү өсөн тағы бер аҙым буласаҡ. Барыһын да ҡунаҡсыл республикабыҙға, уның уникаль тәбиғәтен асырға  саҡырам, – ти Радий Хәбиров.

Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас