

Башҡортостанда “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы дауам итә. Әлеге ваҡытҡа уның сиктәрендә табиптар 46 205 кешенең һаулығын ҡараған, тип хәбәр итә Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Барлығы 18 144 тикшереү уҙғарылған, шул иҫәптән 11 941 флюорография, 6 203 маммография үткәрелгән.
1846 кешенең ҡанында шәкәр кимәле юғары икәнлеге, 2280-енендә – холестерин күп булыуы, 3274-ендә – күтәренке ҡан баҫымы, 2174-ендә артыҡ ауырлыҡ асыҡланған.
2140 сырхауҙа социаль әһәмиәтле сир билдәләнгән: 1568-ендә – йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары барлығы беленгән, 174 кешелә – яман шеш, 382-һендә – шәкәр диабеты, 16-һында туберкулез үҫешеүенә шик белдереп, табиптар уларҙы артабан тикшереүгә ебәргән.
Аҡ халатлылар бригадалары түбәндәге график буйынса алты районда эшен дауам итә:
– Өфө маршруты Нуриман районына юл тота (20-21 июндә – Павловка ауылында, 22-24 июндә Красный Ключта ҡабул итәсәктәр);
– Дыуан маршруты Мәсетле районында эшен дауам итә (21-24 июндә Ләмәзтамаҡ ауылында йәшәүселәрҙең һаулығын ҡараясаҡтар);
– Нефтекама маршруты Тәтешле районында эшен тамамлай (20-22 июндә – Иҫке Күрҙем ауылында, 23-24 июндә Түбәнге Балтаста буласаҡтар);
– Октябрьский маршруты Бәләбәй районына юллана (20-21 июндә – Аксаково ауылында, 22 июндә – Усень-Ивановскоела, 23-24 июндә М. Горький исемендәге тоҡомсолоҡ заводының Үҙәк усадьбаһы ауылында ҡабул итәсәктәр);
– Стәрлетамаҡ маршруты Стәрлебаш районында эш башлай (20-21 июндә – Яңы Ҡалҡаш, Байым, Корнеевка ауылдарында, 22-24 июндә Айҙарәле ауылында эшләйәсәктәр);
– Белорет маршруты Баймаҡ районына күсә (20-22 июндә – 1-се Төркмән ауылы, 23 июндә – Оло Басай, 24 июндә Иҫәнбәт халҡы һаулығын тикшерәсәктәр).
Фото БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан.