+23 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ғаилә ҡосағында үҫһен һәр бала

 Өфөлә “Торатау” Конгресс-холында тәрбиәгә бала алған ғаиләләрҙең республика конкурсы финалы булып үтте. Бәйгегә сыҡҡан 13 ғаиләнең һәр ҡайһыһының яҙмышы – ысын-ысындан миһырбанлыҡ өлгөһө.

Ғаилә ҡосағында үҫһен һәр бала
Ғаилә ҡосағында үҫһен һәр бала

 Өфөлә “Торатау” Конгресс-холында тәрбиәгә бала алған ғаиләләрҙең республика конкурсы финалы булып үтте. Ата-әсә тәрбиәһенән мәхрүм балаларҙы үҙ ҡосағына һыйындырған ғаиләләр конкурсының муниципаль этаптары февралдән майға тиклем уҙғарылғайны. Район һәм ҡалаларҙа еңгән 44 ғаилә 19 майҙа һайлап алыу этабында ҡатнашты.

Һөҙөмтәләр буйынса финалға 11 район һәм ҡаланан 13 ғаилә сыҡты. Уларҙа, дөйөм алғанда, 39 үҙҙәренең балаһы, тәрбиәгә алынған 56 сабый үҫә.

Һәр ғаиләнең ҡабатланмаҫ тарихы, яҙмышы.  “Торатау” Конгресс-холы сәхнәһендә сығыш яһап, улар үҙҙәре хаҡында һөйләп кенә ҡалманы, ижади һәләттәрен дә күрһәтеп, һоҡланыу уятты. Берәүҙәр сәнғәттә маһир булһа, икенселәр спортта көслө, өсөнсөләре ҡул эштәренә оҫта... Етем балаларҙы ҡанат аҫтына алып, үҙ аллы тормошҡа әҙерләүсе оло йөрәкле был ата-әсәләр ысын-ысындан миһырбанлыҡ өлгөһө күрһәтә.

Бәйгелә “Иң яҡшы опекун (попечитель)” исеменә Өфө ҡалаһынан Гөлнара Апакаева лайыҡ булды. Улар тормош иптәше Юрий менән үҙҙәренең өс балаһын һәм ике етемде тәрбиәләй. “Тәрбиәгә бала алыусылар араһында иң яҡшыһы”  номинацияһында Нефтекама ҡалаһында йәшәүсе Наталья һәм Мансаф Фәрхетдиновтарҙың ғаиләһе еңеүсе тип танылды. Фәрхетдиновтар үҙҙәренең биш балаһына ғына түгел, туғыҙ етем сабыйға ла йөрәк йылыһын бирә.

Был ике ғаилә республикабыҙ Башлығы Радий Хәбировтың 100-әр мең һумлыҡ премияһын алды. Шулай уҡ улар Волга буйы федераль округының 7-8 июлдә Чебоксар ҡалаһында үтәсәк “Волга буйының уңышлы ғаиләһе” конкурсында ҡатнашасаҡ.

Бынан тыш, тағы ла биш номинация буйынса еңеүселәр Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының ҡиммәтле приздарын һәм аҡсалата бүләктәрен алып ҡыуанды.

Мәләүез районынан Абдуллиндар ғаиләһе “Тәрбиәгә бала алыусылар араһында иң яҡшыһы” номинацияһында III дәрәжә Диплом һәм 30 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде.

Нефтекамала йәшәүсе Эльза Сабированың ғаиләһе – “Иң яҡшы опекун (попечитель)” номинацияһында,  Өфөнән Куликовтар “Тәрбиәгә бала алыусы ғаиләләр араһында иң яҡшыһы” номинацияһында II дәрәжә Дипломға һәм 50-шәр мең һумлыҡ сертификатҡа лайыҡ булды.

Яңауыл районы вәкилдәре Искәндәровтар – “Татыу ғаилә” номинацияһында, Йәрмәкәй районында ғүмер итеүсе Шәймәрҙәновтар “Конкурс финалында ҡатнашҡан өсөн” номинацияһында еңеп, иҫтәлекле бүләктәр менән билдәләнде.

Фото БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сайтынан.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас в