

Башҡортостанда берҙәм бренд менән 5 отелдән торған ҡунаҡхана селтәре барлыҡҡа киләсәк. Петербургтағы халыҡ- ара иҡтисади форумда Республика хөкүмәте яуаплылығы сикләнгән” Триа Девелопмент” йәмғиәте менән килешеү төҙөнө. Ҡунаҡхана селтәренең бер проектын төҙөүгә йәлеп ителгән инвестиция күләме 200 миллион һум.
Яҡтар килешеүен ә башҡортостан хөкүмәте премьер- министры урынбаҫары, иҡтисади үҫеш һәм инвестциия сәйәсәте министры Рөстәм Моратов менән “Триа Девелопмент” йәмғиәте директоры Константин Гусельников ҡул ҡуйҙы.
-Компания Башҡортостан биләмәһендә берҙәм ҡунаҡхана селтәрен төҙөүҙе күҙ уңында тота. Улар дөйөм ҡулланыуҙа булған федераль автомобиль юлдары буйлап урынлашасаҡ. Проекттың социаль әһәмиәте- 100 эш урыны төҙөләсәк, - тине Рөстәм Моратов.
Был проект шулай уҡ төбәктә туристик өлкәһен йәнләндереү өсөн дә төҙөлә. Килешеү республикаға 1 миллиард һум инвестиция йәлеп итеүҙе күҙаллай.