

Башҡортостанда йәйгелеккә 330 аттракцион эшкә әҙер.
Республика менән идара итеү үҙәгендә Башҡортостан Башлығы үткәргән оператив кәңәшмәлә ошо хаҡта ла һүҙ барҙы.
Башҡортостан Республикаһында үҙйөрөшлө машиналар һәм башҡа техника төрҙәренең техник торошон күҙәтеү буйынса дәүләт инспекцияһының (Ростехнадзор) төбәк инспекцияһы етәксеһе Ринат Ғәлимов хәбәр итеүенсә, элек аттракциондарҙың хәүефһеҙлеге өсөн парк һәм муниципалитеттар етәкселеге яуап биргән. 2018 йылдан федераль ҡанундарға ярашлы аттракциондар эшенә талаптарҙы үтәүҙе Үҙйөрөшлө машиналар һәм башҡа техника төрҙәренең техник торошон күҙәтеү буйынса дәүләт инспекцияһы күҙәтә.
– 367 ҡоролманың 37-һен быйылғы миҙгелдә тотонолмай, – ти Ринат Ғәлимов.
Башҡортостан Башлығы инспекция етәкселегенә муниципалитеттар менән берлектә хәүефһеҙлекте тәьмин итеү мәсьәләләренә ҙур иғтибар бүлергә ҡушты.
– Аттракциондар эше күп осраҡта балалар һәм үҫтерҙәрҙең ялы менән бәйле. Шуға ла ҡоролмаларҙы әҙерләүгә һәм эшен күҙәтеүгә яуаплы ҡарарға кәрәк, – тине Радий Хәбиров.
Фото һәм сығанаҡ – Башҡортостан Башлығы сайты.