

Башҡортостанда 15 июндә медицина фәндәре докторы, профессор, БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре, СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы, Рәсәй медицина фәндәре академияһының С.Д.Терновский исемендәге премия лауреаты Менәүәрә Ғәбдрәҡип ҡыҙы Мәүлитова донъя ҡуйған. Августа уға 99 йәш тулыр ине.
Башҡортостандан ситтә лә республикала балалар хирургияһы хеҙмәтенә нигеҙ һалыусы һәм уны ойоштороусы булараҡ билдәле Менәүәрә Мәүлитова күп йылдар дауамында БДМУ-ның балалар хирургияһы кафедраһын етәкләй, бер нисә быуын балалар хирургтарын һәм педиатрҙарын әҙерләп сығара.
Уның етәкселегендә Республика балалар клиник дауаханаһында, Өфөнөң 17-се дауаханаһында – профилле бүлектәр, Салауатта, Октябрьскийҙа һәм Стәрлетамаҡта – медицина учреждениелары, Республика балалар клиник дауаханаһында Башҡортостан балалар хирургияһы үҙәге ойошторола.
Менәүәрә Мәүлитованың һөнәри эшмәкәрлеге 70 йыл дауам итә, ул 170-тән ашыу фәнни эш, балаларҙың хирургия ауырыуҙарын диагностикалау һәм дауалауҙың 60 алымы авторы булараҡ танылған.
Сығанаҡ: “Башинформ”.