+6 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
16 Июня 2022, 08:51

102 йәшлек өләсәй ковидты еңеүгә өлгәшкән

Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе 102 йәшлек өләсәй, коронавирустан дауаланып, кисә Сибай дауаханаһының инфекция госпиталенән сыҡҡан. Был турала Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Уны госпиталгә сирҙең билдәләре беленгәс тә – тыны ҡыҫыла башлағас, хәлһеҙлек барлыҡҡа килгәс һәм температураһы күтәрелгәс үк алып килгәндәр.

Добавить в предпочтительные источники Google
102 йәшлек өләсәй ковидты еңеүгә өлгәшкән102 йәшлек өләсәй ковидты еңеүгә өлгәшкән
102 йәшлек өләсәй ковидты еңеүгә өлгәшкән

Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе 102 йәшлек өләсәй, коронавирустан дауаланып, кисә Сибай дауаханаһының инфекция госпиталенән сыҡҡан. Был турала Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Уны госпиталгә сирҙең билдәләре беленгәс тә – тыны ҡыҫыла башлағас, хәлһеҙлек барлыҡҡа килгәс һәм температураһы күтәрелгәс үк алып килгәндәр, тип яҙалар министрлыҡ сайтында.

Сибай клиник-диагностика инфекция үҙәгендә өләсәйҙе ауыр хәлдә алып килеүҙәрен билдәләйҙәр: уның үпкәһенең 40 проценты зарарланған, коронавирус диагнозы анализдар менән раҫланған була.

Йөҙйәшәр инәй ҡурҡыныс ауырыуҙы еңеүгә өлгәшә. Дауалау уңышлы барһын өсөн, әлбиттә, табиптарға ҙур тырышлыҡ һалырға тура килә: ул госпиталдә ятҡан көндәрҙә консилиумдар ойошторола, дауалау алымы уның йәшен, хәлен, быға тиклем булған сирҙәрен иҫәпкә алып билдәләнә.

“Беҙҙә оло йәштәге кешеләр күп булыуына өйрәнгәнбеҙ инде, ләкин 102 йәшлек пациентты беренсе тапҡыр дауалайбыҙ”, – ти табиптар.

Фото Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас